Сделай Сам Свою Работу на 5

ГЕН. ДИРЕКТОР (ФОТО, ИНТЕРВЬЮ)





- Ғәлим Миңлеғәли улы, республиканың төп медиахолдингы бөгөн үҙендә 6 йүнәлеште берләштерә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, йыр-моңға сорналған «Ҡурай», балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тапшырыуҙар әҙерләгән «Тамыр» телевизион каналдары, «Юлдаш», «Ашҡаҙар» һәм «Спутник ФМ» радиолары һәм тв-рб.ру үҙаллы мәғлүмәти ресурс…

- Эйе, телеканал тәүлек әйләнәһенә эфирға төрлө жанрҙарҙағы һәм тармаҡтағы 50-нән артыҡ тапшырыу сығара. Был эфирҙың 80 проценты тигән һүҙ. Телеканалдың үҙ яңылыҡтарына килгәндә, тәү сиратта, уның техник һәм технологик үҙгәрештәрен билдәләп үтергә кәрәк. Әлеге мәлдә кабель телевидение форматында эшләүсе билдәле рәсәй операторҙары менән килешеү төҙөү нигеҙендә селтәрҙе киңәйтеү эштәре алып барыла. «Триколор ТВ» спутник телевидениеһы форматында күрһәтеүсе Рәсәй операторы менән хеҙмәттәшлек итеү 2013 йылдың 1-се октябренән Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын Үҙәк Рәсәй һәм хатта Европаның бер өлөшөндә күрһәтергә мөмкинлек бирҙе. Ошоларҙан сығып, бөгөнгө көндә телеканал аудиторияһындағы кешеләр һаны 6 миллиондан ашып китте. Шулай уҡ хәҙер каналды Smart TV яңы быуын телевизорҙарында ҡарау мөмкин. Ә күптән түгел мобиль ҡоролмалар өсөн бушлай ҡушымтаны эшкә ебәреүебеҙ Android һәм ios операцион системалы мобиль ҡоролмаларҙа каналдың тапшырыуҙарын донъяның теләгән нөктәһендә ҡарау өсөн мөмкинлектәр асты.



Бынан тыш www.tv-rb.ru сайтында тапшырыуҙарҙы онлайн форматында ҡарарға ла була. Сайтҡа инеүселәр тапшырыуҙарҙы һәм мәғлүмәти сюжеттарҙы реаль ваҡытта ҡарау һәм радио тыңлау мөмкинлегенә эйә. Иң мөһиме, ҡулланыусының сайт менән еңел тоташтырыуҙарын идара итеүенә һәм кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ табыуына бар шарттар ҙа булдырылған. Телевизион канал өсөн был үҙ аудиторияһын киңәйтеүгә һәм цифрлы форматта үҙ тапшырыуҙарын күрһәтеүҙе булышлыҡ итә.



- Бөгөнгөбеҙ телевидение, интернет үҫешкән ваҡытта йәшәйбеҙ. Был айҡанлы БСТ- ның киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?

- Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостан телевидениеһының да, киләсәге «һан һәм HD» менән бәйле. High-Definition Television – әлеге ваҡытта киң ҡулланылған цифрлы һәм аналоглы ТВ-стандарттарҙан айырмалы рәүештә, был яңы быуын стандарт цифрлы телевидение форматы. Ул юғары сифаты менән айырылып тора. HDTV – ул киләсәк быуын телевидениеһы. Уның күрһәтеү сифаты 5 тапҡырға юғарыраҡ, төҫтәр ҙә сағыуыраҡ, тауышы ла асығыраҡ буласаҡ. Быларҙың барыһын да, телевизор ҡараусылар, һис шикһеҙ юғары баһалаясаҡ.

Әлеге ваҡыттағы формат телевидение 2018 йылда үҙ эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ. Ә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналына килгәндә иһә, ул республикала йәшәүсе күп милләт вәкилдәренең мәғлүмәти һәм мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүсе социаль телеканал булды һәм ошо юҫыҡта эшләүен дауам итәсәк. Беҙҙең бурыс – юғары сифатлы контент етештереү. Беҙ һәр ваҡыт яҡшыға үҙгәреү юлында: каналдаҙа яңы кешеләр, Рәсәй һәм хатта халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған яңы тапшырыуҙар барлыҡҡа килә. Ләкин беҙҙең төп тамашасыбыҙ – ул республика халҡы. Бер федераль телевизион канал да телевизор ҡараусыға үҙен республикаһының тулы хоҡуҡлы гражданы итеп танырға мөмкинлек бирмәйәсәк, уның төбәгендәге иң актуаль мәсьәләләрҙе тулы кимәлдә яҡтыртмаясаҡ. Шуға күрә урындағы телекомпанияларҙың халыҡтың иң көтөп алған «Яңылыҡтар» һәм сәйәси-йәмғиәти тапшырыуҙары артабан да үҙ актуаллеген юғалтмаясаҡ, тигән ышаныстамын. Технологияларҙың нисек кенә үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, киләсәк ысын мәғәнәһендә халыҡтыҡы булған төбәк телевидениелары иңендә.



- БСТ каналының йөҙө булған хеҙмәткәрҙәр хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.

- Башҡортостан юлдаш каналы, тәү сиратта, команда. Үҙ эштәренең оҫталары булған команда. Бөгөнгө көндә беҙҙә 800-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың һәр береһе ер шарында берәү генә булған башҡорт телевизион каналын тағы ла яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ итеү өсөн тырыша. Беҙ – ҙур бер ғаилә кеүек һәм беҙҙең өсөн иңгә-иң терәшеп эшләү тигән һүҙҙәр буш ҡыуыҡ түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы командаһының юғары профессионализмы Рәсәй һәм халыҡ-ара телевизион фестиваль һәм конкурстарҙа алған юғары наградалар менән иҫбатланып тора. Улар араһында «ТЭФИ-Регион», Евразия телевидение академияһының һәм башҡа күп наградалар бар. Шулай уҡ Боден күле өҫтөндәге трагедия шаһиттарының иҫтәлектәре буйынса төшөрөлгән «Күл буйындағы өй» фильмы Нью-Йорк телевизион фестивале лауреаты булыуын да билдәләп үтергә кәрәк.

Фәрит Бикбулатов, йырсы, алып барыусы: Башҡортостан телевидениеһы мине бар яҡлап үҫтерҙе. 21 йыл ғүмерем унда ҡайнап үтте. 1968 йылда тапшырыуҙарҙы алып барыусыларға конкурс иғлан иткәйнекләр. Был урынға дәғүә итеүсе 300 кеше араһынан еңеп сыҡтым һәм ең һыҙғанып эшкә тотондом. Үҙ эштәренең оҫтаһы булған кешеләр менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Ул ваҡытта бар Башҡортостан сәнғәте беҙҙең редакция аша үтте. Баш мөхәррир Рәйсә Стрижкова, режиссер Закир Исмәғилев һәм редактор Фуат Бейешевтар менән оҙаҡ йылдар бергәләп мәҙәниәт тормошон яҡтырттыҡ. Телевидениела эшләү дәүере тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫтә уйылып ҡалған.

Гузәл Хәмитова, “Эҙәрмән” тапшырыуы продюсеры: Эш юлымды 2002 йылда ,,Мираҫ,, тапшырыуында башланым. 9 йыл башҡорт халыҡ йырҙары, риүәйәттәре, легендалары тураһында тапшырыуҙар эшләнек. Хәҙер иһә халыҡ көтөп алған һәм яратып ҡараған “Эҙәрмән” тапшырыуын әҙерләйбеҙ. Беҙҙең төп бурыс - тыуған еребеҙҙең гүзәллеген күрһәтеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә йәшәгән төйәгебеҙҙең матурлығын һаҡларға, ҡәҙерләргә өйрәтеүҙә. Мәҫәлән, беҙ 3 йыл ҡурсалаған Асҡын мәмерйәһенә яңыраҡ микробиолог, биологтар алып барырға ирештек, тикшереүҙәр үткәрҙек. Беҙҙең республикала тәбиғәттән айырылғыһыҙ, уны яратҡан, ғорур кешеләр йәшәй. Шуға күрә лә беҙҙең тапшырыу дөрөҫ - уйлап табылған һәм йүнәлешле кәрәкле проектарҙың береһе.

Рита Өмөтбаева, “Башҡорт йыры”,” Байыҡ” йыр һәм бейеү фестивалдәре продюсеры:Телевидение, иң тәүҙә, технология менән бәйле. Эфирға биргән материал профессиональ яҡтан дөрөҫ төҙөлөргә тейеш. Шунда ғына тапшырыу үҙ тамашасыһын табасаҡ, улар тарафынан юғары баһаланасаҡ. Хәҙерге ваҡытта һәр өйҙә 60-шар канал һәм халыҡтың сағыштырыу мөмкинлеге бар. Шуға күрә конкуренция ла ҙур. Тамашасы күберәк күңел асыу программаларын, ток-шоуҙарҙы яратып ҡарай. Шуға ла ошондай форматтағы тапшырыуҙар әҙерләү аудиторияны киңәйтергә мөмкинлек аса. Башҡортостан юлдаш телевидениеһын тағы ла йәнләндереү, байытыу өсөн профессиональ, милли аудиторияны яҡшы аңлаған продюсерҙар кәрәк”.

Сәрүәр Сурина, Башҡортостан телевидениеһы комментаторы, драматург, тәржемәсе, Журналистар һәм Яҙыусылар союздары берлектәре ағзаһы, М.Аҡмулла, З.Биишева, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:Башҡортостан телевидениеһында мин 1980 йылдың 1 июлендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар редакцияһы мөхәррире булып эш башланым. Мине был эшкә әйҙәүсе Миләүшә Ҡолмөхәмәтова менән Рәйсә Мирзаян ҡыҙы Хузеевалар булды. Университеттың өсөнсө курсында инем. Улар мине Стәрлетамаҡҡа командировкаға ебәрҙеләр, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе хаҡында очерк әҙерләргә ҡуштылар. Ул апайҙың хәҙер исем-шәрифтәрен дә онотҡанмын, яҙмаларымда һаҡланмаған, әммә ифрат яратып, ихтирам менән башҡарҙым шул эште. Бынан тыш студент стипендияһына ҡуш булһын тип бер-нисә мәртәбә «Күңелле станциялар», «Әкиәт артынан әкиәт» кеүек тапшырыуҙар әҙерләштем. Әммә минең тормош һәм ижади пландарым башҡаса ине, телевидение үтә ығы-зығылы тойолдо. Диплом алғас, һөйөнсөләргә генә килеп ингәйнем, биш минут эсендә миңә ғүмерлеккә «ҡороҡ һалдылар». Мине телевидение редакторы итеп эшкә алған етәкселәр Ғата Шәйхетдин улы Имаев менән Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов булһа, тележурналистика буйынса уҡытыусым, әлбиттә, Фуат ағай Бейешев ине. Ошо арҙаҡлы уҙамандар арҡаһында мин тележурналистика эшенә мөкиббән бирелдем, ныҡ яуаплы һәм ҡыҙыҡлы эш итеп ҡарайым.

Ҡыҙыҡлы факттар.

1839 й. – француз Луи-Жак Манде Дагер көмөш менән ҡапланған еҙ пластинала сағылыш сығарыу ысулын хәбәр итә.

1879 й. – инглиз физигы Уильям Крукс катод нурҙары менән иткәндә яҡтырыу һәләтенә эйә булған матдә аса.

1880 й. – П.И.Бахметов телевидение нигеҙен булдырыусы һыҙма тәҡдим итә. Уға ярашлы, алыҫ араға тапшырыу өсөн һындар алдан элементтарға таратыла, ә тапшырылғандан һуң яңынан бер бөтөнгә йыйыла.

1887 й. – немец физигы Карл Бруни катод-нур көпшәһенең (кинескоп) беренсе версияһын тәҡдим итә.

1907 й.- йылдың 25-се июле телевидение уйлап сығарылған көн тип иҫәпләнә.

1928 й.- йылдың 26 июле – совет ғалимдары тарафынан беренсе тапҡыр хәрәкәтләнеүсе һындар тапшырыла.

1931 й. – Катаевтың электрон-нур көпшәһе барлыҡҡа килә.

1931 й. - йылдың 1-се майы – СССР-ҙа беренсе тәжрибә телетапшырыу күрһәтелә.

1931 й. - йылдың 1-се октябре – урта тулҡын диапазондарҙа даими тауышлы тапшырыуҙар күрһәтеү башлана.

1933 й. - йылдың декабре – «механик» телевидение тапшырыуҙары туҡтатыла, сөнки перспективалы тип электрон телевидение таныла.

1934 й. - йылдың 15-се ноябре – Мәскәүҙән даими барасаҡ беренсе телевизион тапшырыу күрһәтелә. Ул 25 минутлыҡ эстрада концерты була.

1935 й. – Козицкий заводы беренсе В2 телевизорҙары сығара башлай.

1938 й. – Шаболовка урамы, 53-сө йортта телестудия асыла.

1938 й. - йылдың 5-се марты – яңы телеүҙәк беренсе электрон телевизон тапшырыу күрһәтә ул «Бөйөк гражданин» фильмы була.

1938 й. - йылдың 4-се апреле – эфирға тәүге тапҡыр студияла төшөрөлгән тапшырыу сыға. Яңы телеүҙәктән тапшырыуҙар яҡынса бер йыл күрһәтелә.

1938 й. - йыл – Ленинградта регуляр телетапшырыуҙар башлана.

1939 йылдың июле – аҙналыҡ фотогәзит сыға башлай. Диктор уҡыуындағы комментарийҙар менән фотолар аҙна дауамында булған әһәмиәтле ваҡиғалар хаҡында һөйләй.

1941 й. - йылдың 9-сы марты – эфирҙа «Ленинград буйлап» тип аталған аҙнаһына бер сәғәтлек аҙналыҡ телевизион журнал сыға. Тапшырыу алғы һыҙыҡтан килгән мәғлүмәттән, фотогәзиттән һәм сығыштарҙан тора.

1955 й. – Свердловскиҙа телеүҙәк асыла.

1956 й. – икенсе тапшырыу каналы барлыҡҡа килә. Республика, ҡала, өлкә телеүҙәктәре асыла.

1958й й. – Мәскәү университеты журналистика факультетында илдә беренсе радиотапшырыу һәм телевидение кафедраһы асыла башлай.

1965 й. – өсөнсө тапшырыу каналы һәм төҫлө телевидение барлыҡҡа килә.

1967 й. – Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге Останкино студияһы асыла.

1968 й. – дүртенсе тапшырыу эфирға сыға.

1975 й. – Үҙәк телевидениенан төҫлө тапшырыуҙар күрһәтелә башлай.

1996 й. - йылдан Бөтә донъя телевидение көнө 21-се ноябрҙә билдәләнә.

Был байрам Берләшкән милләттәр ойошмаһының донъя берләшмәһе үҫешендә телевидениеның урыны һәм тотҡан урыны мәсьәләләренә бағышланған форумда билдәләнә.

Башҡортостан телевидениеһы тарихынан

1959 й. - йылдың 1-се марты – Өфө телевизион үҙәк ҡулланылыуға тапшырыла. Башҡортостан телестудияһы тапшырыуҙары күрһәтелә башлай.

1959 й. – БАССР-ҙың Министрҙар советы ҡарамағындағы радиотапшырыу Комитеты БАССР-ҙың Министрҙар советы ҡарамағындағы телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитеты итеп үҙгәртелә.

1965 - йылдың 1-се ғинуары – Башҡортостанда Үҙәк телевидение тапшырыуҙарының тәжрибә трансляциялары үткәрелә

1991 й. – БАССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты базаһында «Башҡортостан» телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт компанияһы булдырыла.

2001 й. – «Башҡортостан» телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт «Башҡортостан» дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһы федераль унитар предприятиеһы» («Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар дәүләт компанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының бүлендек предприятиеһы)итеп үҙгәртелә.

 

2001 й. – «Башҡортостан» Телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар предприятиеһы барлыҡҡа килә. (ГУП ТРК «Башкортостан»)

 

2004 й. – «Бөтә Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» Федераль дәүләт унитар предприятиеһының «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт компанияһы» итеп үҙгәртелә.

2005 й. – «Башҡортостан» ДУП ТРК-һы Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан» телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы итеп үҙгәртелә.

2002 й. – Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы эш башлай.

 

 








Не нашли, что искали? Воспользуйтесь поиском по сайту:



©2015 - 2024 stydopedia.ru Все материалы защищены законодательством РФ.